Грант молодым директорам

Декабрь 19, 2025 Просмотров: 88
Башҡортостанда үҙенсәлекле грант конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың иң яҡшы 50 ауыл мәктәбе директоры тәүге тапҡыр төбәктең ҙур матди ярҙамын алды. Еңеүселәр араһында Олойылға мәктәбе директоры Гөлнар Мөсәлимова ла бар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған конкурс бөтә мәғариф берләшмәһе өсөн әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелде. Ул мәктәпте генә етәкләп ҡалмаған, ә ауылдарҙа ла уны яҡшы яҡҡа үҙгәрткән йәш һәм һәләтле етәкселәргә ярҙам итеү инструменты булараҡ бүленә.
Конкурста 25 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың йәше 45 йәшкә тиклем булыуы мөһим шарт булып тора. Еңеүселәр 690 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ала. Аҡсаны мәктәп директорҙары белем биреү программаларына, квалификацияһын күтәреүгә йәки мәктәп инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтә ала.
Гөлнар Сабит ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Грант яңы идеялар, ҡыйыу проекттар һәм Ололйылға мәктәбенең артабанғы сәскә атыуы өсөн баҫҡыс булып торһон, тип теләйбеҙ. Был ҡаҙаныш һеҙҙе генә түгел, ә бөтә райондағы уҡытыусыларҙы ла илһамландырһын!